+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 09:52

Тағы ла Төркиә Президенты менән аралашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән телефон аша һөйләште. Уларҙың аралашыуы төрөктәр яғы теләге менән ойошторолдо.

Ике ил башлығы Сүриәләге хәлдәр буйынса үҙ һүҙҙәрен еткерҙе. Идлиб һәм Заефратьела хәлдәрҙең стабилләшеүе буйынса булған килешеүҙәрҙе ике яҡлап көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде. Шулай уҡ Ливия проблемаһы, Таулы Ҡарабахтағы ваҡиғалар үҫеше хаҡында ла һөйләштеләр. Владимир Путин Әзербайжан һәм Әрмәнстан етәкселәре менән бәйләнеше, тиҙ арала килешеү һәм көрсөктө эскалациялауҙы бөтөрөү өсөн яһалған аҙымдар хаҡында ла хәбәр итте.




Читайте нас: