+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 16:25

ФАП-тарҙың фельдшерҙарына – ноутбуктар

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса"Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендәге берҙәм һанлы контурын барлыҡҡа килтереү" (ЕГИСЗ) төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республиканың 84 медицина ойошмаһына 1061 ноутбук бирелде.

Ноутбук ФАП-тарҙа фельдшерҙарҙың эш урынын район үҙәк дауаханалары менән бәйләнештә булыу маҡсатынан бирелә. Пациенттарҙың электрон медицина картаһын тултырырға, табипҡа дистанцион яҙылырға, телемедицина консультацияһын алырға, анализ һөҙөмтәһен белергә ярҙам итәсәк ул. Тимәк, фельдшерҙарҙың эше лә бөгөнгө замана техникаһына яраҡлаша башланы, тиһәк тә була.
Проект 2024 йылға тиклем ҡаралған.
Фото: izhlife.ru Миллипроект
Читайте нас: