+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 08:06

Әсән ауылында оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк

Дүртөйлө районы районы Әсән ауылы мәҙәниәт йортонда "Сәнғәт төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Был сара 3 ноябрҙә киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем дауам итәсәк.

Программала "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса яңыртылған мәҙәниәт йортоноң бейеү һәм тамаша залдарын, музей, тренажёр кабинетын, балаларҙың түңәрәктәр бүлмәһен ҡарау күҙаллана. Килеүселәргә энә ҡаҙағыс әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк. Шулай уҡ әҙер ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойоштороласаҡ. Ойоштороусылар барыһын — балалар, өлкәндәр, хаҡлы ялдағыларҙы ла сараға саҡыра. Һәр бер килеүсегә түңәрәк, секциялар яҙылған буклеттар ҙа таратыласаҡ.




Читайте нас: