+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 16:13

"Ҙур этнографик диктант"та ҡатнашығыҙ

Этнографик ғилемеңде, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙы нисек белеүеңде тикшереп ҡарағың килһә, "Ҙур этнографик диктант"ты яҙыуҙа ҡатнаш.

Ул 2020 йылдың 3-8 ноябрендә онлайн рәүештә үтә. Ошо көндәрҙең береһен һайлап, www.miretno.ru. сайтына инеп, һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Бының өсөн 40 минут ваҡыт бирелә. Тәүге 20 һорау Рәсәй буйынса булһа, һәр төбәк өсөн тағы айырым унар һорау әҙерләнгән. Ҡатнашыусы сертификаты диктантты яҙғас та һөҙөмтәләр менән бергә әҙер була.
"Ҙур этнографик диктант"ты Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә йәшәүселәр ҙә яҙа ала. Һорауҙар инглиз, испан телдәренә тәржемә ителә.Сара быйыл бишенсегә үткәрелә һәм уның маҡсаты - кешеләрҙә үҙ халҡының тамырҙарын, ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡа халыҡтар тураһында ла күберәк белергә саҡырыу.
Читайте нас: