+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 22:30

Көҙгө каникул оҙайтылды

Республикабыҙҙа көҙгө каникулдар 9 ноябргә тиклем оҙайтылды. Был турала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында белдерелде.

Бында һаулыҡ һаҡлау, мәғариф министрлыҡтары һәм Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте. Белеүегеҙсә, коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында балалар каникулға бер аҙнаға иртәрәк — 17 октябрҙә сығып, уҡыуҙар 5 ноябрҙә башланырға тейеш ине. Инде хәҙер балалар 9 ноябрҙә генә уҡырға барасаҡ.
– Ошо рәүешле инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм беҙҙең балалар нормаль рәүештә мәктәпкә йөрөй алыр, тип ышанам, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: