+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 23:26

«Әсәм теле — сәсән теле» конкурсында ҡатнашығыҙ

«Әсәм теле – сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсында юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында хәбәр ителә.

Был бәйгелә уҡыусылар ҙа, шулай уҡ 18 йәштән өлкәндәр ҙә көсөн һынай ала. Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуя һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләй. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән ҡатнашыусылар яҙмаларына #ШиғриТел2 хештегын ҡуя.
Еңеүселәр ике номинацияла асыҡланасаҡ:
  1. Башҡорт теле туған теле булғандар араһында;
  2. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында.
  3. Видеояҙманың оҙонлоғо 3 минуттан да артырға тейеш түгел. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға), әҫәр исеме, авторы мотлаҡ яҙылырға тейеш.
    Читайте нас: