Октябрь аҙағында Анапала үткән XXIX "Киношок" асыҡ кинофестивалендә балалар фильмдары конкурсында "Һеңлекәш" иң яҡшыһы тип табылған. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: бында баһалама ағзалары ла - балалар. Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле номинацияһында - Марта Тимофеева, иң яҡшы ир-егет роле буйынса иһә Арыҫлан Ҡырымсурин еңеүсе булып танылған.