+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 15:49

Иң матур башҡорт һүҙе ниндәй булыр?

Республикабыҙҙа бөтә халыҡ тауыш биреү проекты башланды. Бында Башҡортостан халҡы ғына түгел, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша ала. Рәсәй төбәктәрендә «Иң матур башҡорт һүҙе»нә оҡшаған проекттар юҡ әле.

Тауыш биреү ике этапта үтәсәк.
1-енән 15 ноябргә тиклем халыҡ bashslovo.ru сайтында бик матур яңғырашлы һүҙ тәҡдим итә.
22 ноябрҙә проект сайтында йыш тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайлап алынып, тауыш биреү башланасаҡ.
Ә иһә 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә иң матур һүҙ барыһына ла иғлан ителәсәк.
– Республикабыҙ халҡы тәҡдим иткән һүҙҙәр араһында һирәк ҡулланылған, ҡулланыуҙан сыҡҡан һүҙҙәрҙең осрауы ла мөмкин. Был тарихыбыҙҙың байлығын һәм телебеҙҙең матурлығын күрергә, һүҙ байлығын һәм телмәрҙе байытырға мөмкинлек бирәсәк, – ти проекттың авторы – режиссёр, продюсер, «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Әлеге проектты «Медиаформат» киң мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге, «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе республикабыҙҙың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә ойоштора. Ул республикабыҙҙың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: