+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 12:00

Китапханасылар балаларҙы уйында ҡатнашырға саҡыра

Дүртөйлө районы Әсән ауылы китапханаһында «Тематик башватҡыс» уйыны үтәсәк. Ул – интерактив өҫтәл ярҙамында үткәрелгән үҫтереү дәресе. Яңы ҡоролма «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған.

Ошондай мөғжизәле техника ярҙамында йәш китап уҡыусылар мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнаша аласаҡ. Унда һорауҙар ҙа, төрлө ҡатмарлыҡтағы мәсьәләләр ҙә бар. Китапханасылар йомаҡтар, ребустар, әкиәти викториналар, тестар ҙа әҙерләгән. Ҡатнашыусы айырым да, төркөм йәки парлап та уйнай ала. Сенсор өҫтәл менән идара итеү еңел һәм ҡыҙыҡлы.



Читайте нас: