+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 13:37

Яҙыусылар, шағирҙар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Өфө районының балалар ижады йорто республика Башлығы гранты еңеүсеһе булды. Улар конкурсҡа «Башҡортостан Республикаһының йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубы» проектын тәҡдим иткәйне. Уның маҡсаты ҡәләм тибрәтергә теләгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең яҙыу оҫталыҡтарын асыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү ине.

Ошо уңайҙан йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубы республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы менән берлектә йәш һәләттәрҙе уҡытыуҙы ойоштора башланы. Проект буйынса күренекле яҙыусылар, шағирҙар дистанцион дәрестәр үткәрә. Курстар тамамланғас, йәш ҡәләм тибрәтеүселәр онлайн-конференцияла үҙҙәренең әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк.
Әлеге проект 10 – 18 йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ул 2021 йылдың 31 майына тиклем тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: