+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 14:09

55 уҡытыусы 1 миллион һум түләү алды

Республикабыҙҙың бәләкәй ҡалаларына һәм ауыл мәктәптәренә эшкә күскән 55 уҡытыусы 1 миллион һум күләмендәге түләү алды. Улар «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы ҡатнашыусылары булды.

– Улар араһында – 22 математика, 17 инглиз теле, 14 урыҫ теле һәм әҙәбиәте, 2 физика уҡытыусыһы. 2020 йылда программа еңеүселәре тип билдәләнгән педагогтар Баймаҡ, Архангел, Хәйбулла, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы, Стәрлебаш һәм республикабыҙҙың башҡа муниципаль райондарына күсте, – тип хәбәр итәләр мәғариф һәм фән министрлығынан.
Шарттар буйынса, 1 миллион һум күләмендә түләү алған уҡытыусылар ауыл йәки бәләкәй ҡала мәктәбендә биш йыл мотлаҡ эшләргә тейеш. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2020 йылдан эшләй башланы. Ул 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Читайте нас: