+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 09:39

Конкурс еңеүселәре 1 миллион һум аласаҡ

Президент Владимир Путин видеоконференция режимында «Артек»та үткән «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсының финалистары менән аралашты.

– Һоҡланғыс «Ҙур тәнәфес» конкурсында ҡатнашҡан миллиондан ашыу Бөтә Рәсәй уҡыусыларын сәләмләйем. Әлбиттә, исеме образлы. Бында – һеҙҙең тормошоғоҙ, мәктәп, дуҫлыҡ ваҡыты, яңы белем һәм асыштар. Ҡайнап торған, ҡатмарлы 21 быуатта лидер булыу маҡсатынан кеше үҙ-үҙен асһын өсөн иң яҡшы мөмкинлектәр булдырырға, һәр кешелә булған тәбиғи һәләттәрҙе асырға, әлбиттә, йәш кешегә тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итергә кәрәк. Бынан беҙҙең Рәсәйҙең киләсәге, уның ҡаҙаныштары тора, – тип белдерҙе ил етәксеһе .
Владимир Путин X – XI синыфта уҡыусы конкурс еңеүселәре 1 миллион һум алып, илебеҙҙең иң шәп юғары уҡыу йорттарына инеп китәсәктәрен дә хәбәр итте. Урта синыф уҡыусыларына 200 мең биреләсәк, ә финалистарға икенсе йылға «Артек»ка юллама бүләк ителәсәк.



Читайте нас: