+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 09:07

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы тамамлана

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһында күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар, маммографтар, Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика, республика кардиология үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының модуле ҡатнаша.

Әлеге көнгә ҡарата 30 мең 502 кеше ҡаралған, 19 мең 118 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 13 мең 633 флюография, 5485 маммография. Акция барышында 2 мең 119 кешенең ҡанында глюкоза, 2 мең 6 кеше ҡанында холестерин кимәле юғары булыуы асыҡланған, 3 мең 900 кеше юғары артериаль ҡан баҫымы менән интегә. Тикшереү мәлендә шәкәр диабеты, яман шеш, туберкулез сирҙәре лә табылған.
Төҙөлгән бригадалар биш маршрут буйынса эшен тамамлаған. Нефтекама маршруты 3 ноябргә тиклем Дүртөйлө районында халыҡты ҡараһа, 5-енән 10 ноябргә тиклем Илеш районында эшен дауам итәсәк.
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 10 ноябрҙә тамамланасаҡ.



Читайте нас: