+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 09:58

Дин конфессиялары вәкилдәре менән осрашыу

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин, йола буйынса, төрлө дин конфессиялары менән аралашты. Быйылғы осрашыу видеоконференция режимында үткәрелде.

— Граждандарҙың патриотлығы, берҙәмлеге, дөйөм әхлаҡ нормалары бөгөн дә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙе, беҙҙең ҙур, күп милләтле илебеҙҙе берләштерә. Ундағы бөтә халыҡтар ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисергән, оло еңеүҙәр ҙә яулаған, бик ауыр һынауҙарҙы ла үткән, тарихи яҡтан тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү мөһимлеген иҫбатлаған, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Онлайн-осрашыуға йыйылыусы дин конфессиялары вәкилдәре лә үҙ уй-фекерҙәрен белдереп, сығыш яһаны.




Читайте нас: