+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 09:46

Өфө районы балалар ижады йортонда өҫтәмә урындар булдырылды

2020-2021 уҡыу йылында "Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" федераль проекты буйынса Өфө районы балалар ижады йортонда 255 өҫтәмә белем биреү урындары булдырылды.

Әлеге көндә балалар спорт йүнәлеш буйынса талап ителгән "Саңғы", "Олимпионик", "Баскетбол", "Нур", "Аҡ ладья", "Йәш шахматсы" берекмәләрендә шөғөлләнә ала. "Нур", "Аҡ ладья", "Йәш шахматсы" берекмәләренә яҙылыусылар шахмат уйыны серҙәренә төшөнә. Учреждениеның "Һәр баланың уңышы" проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә интерактив панель алынған, был иһә дистанцион рәүештә шахмат һәм шашка турнирҙарында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. "Олимпионик", "Баскетбол" берекмәләре спорт йыһазлы булған. Балалар ижады йортона яңы заманса ҡоролмалар алыу яңы берекмәләр асырға, балаларҙың һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек биргән.


Читайте нас: