+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 20:05

Ижад менән ҡыҙыҡһыныусылар, һеҙҙең өсөн!

Хәтерегеҙҙәлер, Өфө районы балалар ижады йортонда Башҡортостан Йәш яҙыусылар клубы https://proektddt.ru/ru/ ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. «Уҡытыусы, тәрбиәсе, китапханасылар, атай-әсәйҙәр, ярҙам итегеҙ: ижади ынтылышы булған балаларҙы индерегеҙ йәки үҙҙәренә нисек ҡатнашырға өйрәтегеҙ», – тип хәбәр итә уны ойоштороусылар.

2021 йылдың апреленә тиклем «Лукоморье» тигән әкиәт яҙыу республика конкурсы ойошторола. Унда 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.
– Һәр ҡатнашыусы электрон сертификат аласаҡ;
– Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр бирелә;
– Еңеүселәрҙең һәм уңышлы яҙғандарҙың эштәре айырым китап итеп баҫтырыла.
Ошо конкурсҡа әҙерлек һәм, ғөмүмән, ижад серҙәре менән танышыу өсөн клуб «Әкиәт яҙырға өйрәнәм» тигән темаға онлайн-дәрестәр үткәрә. Ни өсөн әкиәт? Сөнки әлеге конкурсҡа әкиәттәр генә ҡабул ителә! Дәрестәрҙе билдәле яҙыусылар алып бара.
Был дәрестәрҙе балалар ҙа, ололар ҙа ҡарай ала. Йәш һәм географик сикләүҙәр юҡ. Һәр дәрес ике тапҡыр уҙғарыла: башланғыс синыфтағылар һәм өлкән синыфтар өсөн. Ошо онлайн-дәрестә әүҙем ҡатнашыусы конкурсанттарға жюри йомғаҡ яһағанда 1 балл өҫтәйәсәк.
Төрлө һорауҙарға яуап алыу өсөн ватсапта айырым төркөм эшләй. Унда ҡушылырға теләгәндәр исем, фамилия, йәшәгән урыны һәм «лукоморье» һүҙен ҡушып яҙып, түбәндәге телефонға хат ебәрә: +79374912061.
Читайте нас: