+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 13:12

«Ҡыңғырауҙар сыңы» тәүге тапҡыр онлайн уҙҙы

Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика онлайн-фестивале тамамланды. Ул проект тарихында беренсе тапҡыр дистанцион рәүештә үткәрелде.

Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Учалы, Өфө райондары, Өфө, Межгорье һәм Салауат ҡалаларынан 16 балалар коллективы ҡатнашты. Бер нисә көн буйына жюри уларҙың режиссёрлыҡ һәм актёрлыҡ оҫталыҡтарын, матди-техник тәьмин ителешен, драматургия материалын һайлау кимәлен баһаланы. Шулай итеп, онлайн-фестивалдә Салауат ҡалаһынан «Арлекин» өлгөлө урыҫ театр-студияһы Гран-при яуланы. Режиссёры – Радик Ғәлиуллин.
Читайте нас: