+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 17:58

Экология акцияһы дауам итә

Баш ҡалабыҙҙың республика Хәрби Дан музейында "Экобилет" тигән экология акцияһы дауам итә.

Әлеге сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн әҙәби ҡиммәте булмаған иҫке ҡағыҙ тапшырырға кәрәк. Ә улар иһә эшкәртелеп, икенсе йәшәү аласаҡ. Шулай итеп, беҙ күпме ағасты һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Акцияла ҡатнашыусылар 15 килограмм иҫке ҡағыҙ тапшырған осраҡта уларға музейға инер өсөн бушлай билет бирелә. Иҫке ҡағыҙ йыйыу дүшәмбенән шәмбегә тиклем иртәнге 9-ҙан киске 6-сы яртыға тиклем Комаров урамы, 7-се йорт адресы буйынса үткәрелә.
Читайте нас: