-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 08:17

Федераль канцлер менән телефондан аралашты

Австрия яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрия Республикаһының федераль канцлеры Себастиан Курц менән телефондан һөйләште.

Себастиан Курц ҡот осҡос хәл уңайынан халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашҡаны һәм ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Аралашыу барышында ике яҡтан да терроризм менән көрәш алып барыу хаҡында ла һөйләштеләр. Рәсәй-Австрияның көнүҙәк мәсьәләләре, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау, вакцинаны ҡулланыу темалары ла ҡаралды. Федераль канцлер энергетика өлкәһендә Рәсәйҙең Европа илдәре менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итеүенең мөһимлеген билдәләне.

Читайте нас в