+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 08:10

Китапханала хеҙмәтләндереүҙең яңы форматы һыналасаҡ

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса Дүртөйлө районындағы Әсән ауыл клубына компьютер ҡоролмалары алынған. Бындағы заманса китапханала милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге лә бар.

12 ноябрҙә әсәндәр китапхана-мәғлүмәт хеҙмәтләндереүенең яңы форматын һынап ҡараясаҡ. Китапханасылар проектты ғәмәлгә ашырыу, тарихи үҫеше, мәғлүмәт мөмкинлектәре хаҡында һөйләйәсәк. Виртуаль китапхана менән ҡулланырға өйрәнгәс, сарала ҡатнашыусылар тематик йыйылмалар менән танышыу, һанландырылған баҫмаларҙы ҡарау, теркәлеүһеҙ беҙҙең илдәге иң ҙур китап һаҡлағыстарынан документтар алыу мөмкинлегенә эйә була ала.

Читайте нас: