+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 18:31

VI – XI синыфтар дистанцион уҡыуға күсерелә

Ниһайәт, уҡыуҙар башлана. Республика Башлығы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 ноябрҙән тик I – V, XI синыфтар ғына ғәҙәти рәүештә уҡыясаҡ.

Ә VI – X синыфтар дистанцион белем алыуға күсереләсәк. Балалар һаны 70-кә лә тулмаған аҙ комплектлы белем усаҡтарында уҡыу элеккесә дауам итәсәк. Бындай эш режимы 22 ноябргә тиклем һаҡлана. Алдағы ике аҙнала өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла эштәрен дистанцион рәүештә алып барасаҡ.
Читайте нас: