+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 17:26

Үзбәкстанда ла милләттәштәребеҙ күп

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Ватандан ситтәге башҡорттар: ярҙам итеү юлдары һәм хеҙмәттәшлек потенциалы" тигән халыҡ-ара онлайн-брифинг үткәрҙе. Унда төп ҡунаҡтар Үзбәкстан Республикаһынан булды.

Үзбәкстанда ла төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. 135 милли-мәҙәни үҙәк иҫәпләнә. Шуларҙың береһе - Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт йәмәғәт-мәҙәни үҙәге 1990 барлыҡҡа килгән. Унда 30 меңләп милләттәшебеҙ йәшәй икән. Туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүҙә һәм үҫтереүҙә милли үҙәктең әһәмиәте ҙур. Һабантуй, Наурыҙ, уңыш байрамдары, йыл да башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә.
Брифингта башҡорттарҙың Үзбәкстандың үҫешенә индергән өлөшө, был ике халыҡтың тарихи бәйләнеше тураһында төплә фәнни сығыштар тыңланды, унда йәшәгән милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү кәрәклеге билдәләнде. Мәҫәлән, мәғариф министры Айбулат Хәжин белдереүенсә, республиканан ситтә йәшәгән бәләкәй милләттәштәребеҙ өсөн былтыр йәй "Йәйләү" лагерының онлайн сменаларында ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Пандемия артҡа сигенһә, алдағы йәйҙә сит республика балаларын лагерҙарға ла саҡырырға әҙербеҙ.
Читайте нас: