"Полицейский урынды ентекләп ҡарағанда, йыртҡыстан зыян күргән тағы ике кешегә тап булған. Улар – ошо ауылда йәшәгән 44 йәшлек ҡатын һәм уның танышы. Ҡатынға "Ашығыс ярҙам " саҡыртҡандар. Табиптар уның күҙе йәрәхәтләнеүен, тәнендә һынған, тешләнгән урыны булыуын асыҡлаған", – тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Участковый бүрене Ағиҙел урамындағы йәрәхәтләнгән ир йәшәгән йорт янында күреп ҡала. Йыртҡыс уға ташланырға уйлаған, шуға полиция хеҙмәткәренә табель ҡоралын ҡулланырға тура килгән. Хәҙер зыян күргәндәрҙең барыһына ла ярҙам күрһәтелә. Һәләк булған йәнлек ветеринарҙарға тапшырылған.
– Кешеләргә ташланып өлгөргән йыртҡыс менән осрашыу ҡурҡыныс ине. Ләкин мин был мәлдә башҡа бер кем дә шашҡан бүренең ҡорбаны булмаҫҡа тейеш, тип уйланым, – ти Азат Ғәлимов.
Фото Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан.