+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 14:36

"Туй йолаһы" асыҡ йола фестивале үтәсәк

20 ноябрҙә Шаран районында "Ырыу ағасы" республика форумына ярашлы онлайн режимында "Туй йолаһы" асыҡ йола фестивале ойошторола. Уның барышында конкурс видеоматериалдарын ҡарау, еңеүселәрҙе бүләкләү һәм Zoom платформаһында ижади коллективтар етәкселәре өсөн фәнни-ғәмәли конференция уҙасаҡ.

"Туй йолаһы" асыҡ йола фестивале Шаран районында 2018 йылдан ойошторола. Был сара ижади берекмәләр, фольклор төркөмдәре етәкселәрен һәм айырым тикшеренеүселәрҙе, Башҡортостан халыҡтарының йолаларын, халыҡ кәсептәрен пропагандалаусы һәм һаҡлаусы һәүәҫкәр коллективтарҙы йыя.
Фестиваль күп милләтле республикалабыҙ халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Байрам Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеген нығытыуға, уларҙы рухи яҡтан байытыуға, фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Ғаризалар 17 ноябргә тиклем [email protected] ойоштороу комитеты электрон адресына ҡабул ителә.
Читайте нас: