+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 08:27

Балалар баҡсаһына исем һайланасаҡ

Баш ҡалабыҙҙың Баланов - Яңы Александровка микрорайонында "Демография" милли проектына ярашлы яңы балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана.

Проект буйынса 3 меңгә яҡын квадрат метр майҙансыҡта 6 төркөм, шул иҫәптә йәсле төркөмө урынлашасаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ошо йылдың аҙағында тапшырыласаҡ. Әле бында төп төҙөлөш эштәре тамамланған да инде, электромонтаж, сантехник эштәре алып барыла, эргә-тирәһе төҙөкләндерелә.
— Был балалар баҡсаһында ике йәсле төркөмө ҡаралған, кескәйҙәрҙе йәш ярымдан ҡабул итәсәкбеҙ. Шуға күрә махсус коляска һаҡлау урыны булыу мөһим. Әлеге ваҡытта беҙ төркөмдәрҙе әүҙем әҙерләйбеҙ, йыһаздарҙы йыябыҙ, хеҙмәткәрҙәр штатын тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ, — ти балалар баҡсаһы мөдире Людмила Вирфель.
Әйткәндәй, балалар баҡсаһына исем бирелмәгән, оҙаҡламай социаль селтәрҙәрҙә матур исем һайланып, тауыш биреү үтәсәк.
Читайте нас: