+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 14:47

«Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителә

14 декабрҙә билдәләнәсәк Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителә.

Конкурстың маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контентты арттырыу, башҡорт теленә, тарихына һәм шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.


Ҡатнашыусылар 7 декабргә тиклем “Башҡорт телендә иң яҡшы асыҡ хат” һәм “Башҡорт телендә иң яҡшы вайн” тигән ике номинация буйынса Бәйләнештә һәм Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Конкурстың @bashkort_postcards и @bashkort_vine рәсми аккаунттарында баҫылған бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.


Популяр башҡорт блогерҙары һәм вайнерҙарынан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк һәм 3000-дән 50 000 һумға тиклем аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.


Проекттың координаторҙары – Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге фекеренсә, хәҙерге заманда яңылыҡтар һәм трендтар шул тиклем тиҙ алышына, шуға күрә күләмле фильмдарға алмашҡа тормошсан хәлдәргә арналған ҡыҫҡа метражлы роликтар модаға инә. Идеялар, тәҫьораттар һәм хәрәкәттәр туплап еңел формала эшләнгән асыҡ хаттар (мемдар) уларҙа булған актуаль мәғлүмәтте киң таратыу өсөн шәп алым һынала.
Читайте нас: