+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 08:35

Владимир Путинға рәхмәтен белдерҙе

Президент Владимир Путин Рәсәйгә эш менән килгән Абхазия Президенты Аслан Бжания менән һөйләшеү үткәрҙе. Уларҙың осрашыуы Сочиҙа үтте.

— Уңайлы ваҡыттан файҙаланып, Абхазияның күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй халҡына, шәхсән һеҙгә, Владимир Владимирович, күп йылдар дауамында күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерге килә. Билдәле булыуынса, дуҫтар бәлә килгәндә һынала, тиҙәр. Быны беҙ һуңғы ваҡытта пандемия шарттарында тағы ла бер тапҡыр тойҙоҡ.
Мин беҙҙә булдырылған госпиталь өсөн Оборона министрлығы етәкселегенә рәхмәт әйтәм. Рәсәй медиктары вахта юлы менән ҙур ярҙам күрһәтә, бер нисә ай дауамында беҙгә Гудаут хәстәханаһына Рәсәй табиптары килә, — тип белдерҙе Аслан Бжания.
Читайте нас: