+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 09:12

Яңы реанимация автомобиле алынды

Белореттағы үҙәк район клиник хәстәханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төбәк программаһы буйынса реанимация автомобиле алынды.

Уның хаҡы 6 миллион 700 меңдән ашыу тора. Реанимобиль яңы тыуған балаларға тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү, реанимация, уларҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән, сабыйҙарҙы күсереү өсөн махсус ҡоролмалар ҙа бар. Шулай уҡ башҡа кәрәкле аппараттар менән дә йыһазландырылған.

Мәғлүмәттәр буйынса, реанимация-интенсив ярҙам уртаса һәр унынсы сабыйға талап ителә. Ауыр осраҡтарҙа уларҙы яңы тыуған һәм етлекмәгән сабыйҙарҙы дауалау өсөн махсус бүлексәләре булған перинаталь үҙәктәргә күсерергә тура килә. Автомобиль Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларын һәм Әбйәлил, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарын хеҙмәтләндергән район-ара перинаталь үҙәгендә эшләйәсәк.


Читайте нас: