+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 16:50

Күптәрҙе һоҡландырҙы Наилә!

Красноярскиҙа "Мисс Азия-Себер – 2020" милләт-ара матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Башҡортостан ҡыҙы Наилә Дәүләтшина "1-се Вице-Мисс Азия-Себер – 2020" исемен яуланы.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙ халҡының милли кейемен, аш-һыуын, һәләтен һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтте.
Наилә Дәүләтшина сығышы менән Ейәнсура районынан. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының I курс студенты. Конкурста Наилә "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүен башҡарып, бәлеш бешереп һәм халҡыбыҙҙың йолалары хаҡында һөйләгән. Афарин, Наилә!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: