— Дәүләт башлығы булыуҙа һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ беҙҙең илдәр араһында мөнәсәбәттәрҙе конструктив үҫтереүҙә булышлыҡ итер, тип иҫәпләйем. Был, һис шикһеҙ, Рәсәй һәм Молдова халыҡтарының ерле ҡыҙыҡһыныуҙарына яуап бирер, тип уйлайым, — тип билдәләп, Владимир Путин Майе Сандуға уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләне.