+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 17:20

Ҡалай маладис, Эдуард Таһиров!

Был шәп үҫмергә- ни бары 15 кенә йәш. Ул бер йәшкә оло һәм кәүҙәгә лә мыҡтыраҡ егетте батып барған еренән ҡотҡарған. Эдуард Әбйәлил районындағы Әүнәш йылғаһында ял иткәндә билдәһеҙ егеттең һыуҙа бата башлауын күреп ҡала. Үҫмер күп уйлап тормай, ярҙамға ташлана.

– Баҡтиһәң, уның аяғы ағасҡа бәйләп ҡуйылған бауға эләккән икән. Мин арҡанды тағатып,батып барыусыны ярға һөйрәп сығарҙым, – тип һөйләй үҫмер. Әлбиттә, Эдуард ул ваҡытта уны һыуҙан сығара аламмы-юҡмы, тип уйлап та тормаған. Ни тиһәң дә, афарин, Эдуард! Атай-әсәйеңде артабан да изге эштәр менән ҡыуандырып, илебеҙгә кәрәкле белгес булып үҫеүеңде теләйбеҙ. Һин – герой!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: