+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 08:41

Бөтә мөмкинлектәр ҙә бар

Ғафури районының Красноусолдағы 1-се мәктәбендә сираттағы "Үҫеш нөктәһе" белем биреү үҙәге асылды. Ул белем алыу сифатын яҡшыртыу һәм күтәреүгә йүнәлтелгән "Мәғариф" милли проекты буйынса барлыҡҡа килде.

2019 йылдан Ғафури районында ошондай 3 үҙәк эшләп килә. "Үҫеш нөктәләре"ндә балалар үҙ-үҙҙәрен үҫтерһен өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Улар яңы хәҙерге заман компьютерҙарында, 3 D-принтерҙарҙа эшләй, шахмат уйнарға өйрәнә, квадракоптер менән идара итә, робот техникаһы нигеҙҙәрен төшөнә. "Үҫеш нөктәһе"ндә киләсәк һөнәрҙәрен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар!



Читайте нас: