+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 12:35

Башҡорт кадет корпусы иң-иңдәр рәтенә инде

Бик ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ! Ишембай ҡалаһындағы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң-иңдәр рәтенә инде.

17 ноябрҙә Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. Был сарала 2019-2020 уҡыу йылында округтағы кадет корпустары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы директоры Александр Медведев ҡатнашты.
Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәһе буйынса Удмурт кадет корпусы беренсе урынға сыҡһа, икенсе урында – Башҡорт кадет корпусы, өсөнсө урында – Пермь президент кадет училищеһы.
Читайте нас: