+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 11:58

Башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды

Башҡортостанда Башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды. Ошо туралағы күрһәтмәгә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Был көндө республикабыҙҙа йәмәғәт-мәҙәни һәм мәғрифәтселек саралары үтәсәк.

2020 йылда Башҡорт теле көнөнә арналған сараларға әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ла раҫланды. Уны республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләйәсәк. Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы уҙғарыуҙы әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә үтә. Был көн башҡорт телен үҫтереү, күтәреү һәм һаҡлау маҡсатында республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда рәсмиләштерелгән.
Читайте нас: