+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 08:44

БРИКС лидерҙары осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә БРИКС ҡатнашыусылары — дәүләт һәм ил Хөкүмәте башлыҡтарының осрашыуы видеоконференция режимында үтте.

Бразилия Президенты Жаир Болсонаро, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин, Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Сирил Рамафоза биш яҡлы хеҙмәттәшлек итеү хаҡында фекер алышты, әлеге йылға йомғаҡ яһаны, халыҡ-ара көн тәртибенең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараны, 21-22 ноябрҙә уҙасаҡ "Егерме төркөмө" саммитының ҡарашын сағыштырҙы. Осрашыу барышында БРИКС илдәре лидерҙары берекмә эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса эштәрҙе алып барғандарҙың сығыштарын да тыңланы.




Читайте нас: