+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 11:40

Һәләтеңде һынап ҡарай алаһың

Уҡыусылар "Башҡортостан таланттары" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады интернет-конкурсында ҡатнашырға саҡырыла.

Был бәйгелә 3-тән 17 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Һынауҙар "Вокал", "Хореография", "Инструменталь жанр", "Цирк сәнғәте", "Театр сәхнәләштереүе", "Нәфис һүҙ", "Мода театры" номинациялары буйынса үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Рәсәй һәм Башҡортостандағы алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре баһалаясаҡ.
Ғаризалар [email protected] электрон почтаһы буйынса 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе
8-996-579-21-88 (Наталья Цветкова), 8-965-645-33-77 (Юлиә Рябчинская) телефон һандары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: