Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 13:03

Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтәсәк

21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ. Ундағы саралар онлайн рәүештә ойошторола.

Сараларҙың программаһы өс өлөштән тора. Тәүгеһе Башҡорт теле йылына арнала. Уға ярашлы үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дә рәсми кешеләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Был көндө шулай уҡ башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемдәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ.Ул Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе ҡоролтайына штандарт тапшырыу менән тамамлана.
Икенсе өлөштә Мәскәү башҡорттары тарафынан zoom аша ҡыҫҡа ғына лекциялар үткәреү ҡаралған. Спикерҙар араһында Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа шәхестәр бар.
Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты көтөлә. Уны Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб каналында ҡарарға мөмкин.
– Мәскәүҙәге этномәҙәни лингвистик клуб Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын отто. Балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә башҡорт телен өйрәтеү уның ярҙамында күпкә еңелерәккә тура килә. Беҙ киң таралған педагогика методикаларын һәм башҡорт традицион алымдарын берләштергән программа уйлап таптыҡ. Ул тел һәм мәҙәниәт мөхитенә еңел генә инеп китергә мөмкинлек бирә. Балалар дәрестә туған телендә аралаша, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныша, уйындар уйнай, йырлай, бейей, шиғырҙар ятлай. Методик ҡулланма сығарҙыҡ, уның менән башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә файҙалана ала. Әсбап ике өлөштән тора, беренсеһе – уҡытыусыларға методик күрһәтмәләр, икенсеһе – эш дәфтәре, – ти Мәскәү башҡортттары ҡоролтайының рәйесе Салауат Әхмәҙуллин, ойошманың проекттары тураһында һөйләп.
Ул сайт өҫтөндә эшләүҙәрен дә белдерҙе. Туған телебеҙҙе башҡалар ҙа ҡарап өйрәнә алһын өсөн файҙалы видеояҙмалар һалып барыласаҡ. Салауат Әхмәҙуллин ҡоролтай кабинетында башҡорт китапханаһы ойошторолоуын да хәбәр итте.
Читайте нас в