+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 13:59

Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн

21 ноябрҙә туғыҙынсы синыфтар өсөн урыҫ теле һәм математиканан онлайн-консультациялар ойошторола. Уны республика предмет комиссияһы рәйестәре һәм эксперттары үткәрәсәк. Төп дәүләт имтиханына әҙерлек буйынса һорауҙарығыҙ булһа, [email protected] электрон почтаһына ебәрә алаһығыҙ.

Был хаҡта тулыраҡ Башҡортостан Республикаһы электрон белем биреү порталында белеп була. Әле порталда ике бүлек – «БДИ-ға әҙерлек», «ТДИ-ға әҙерлек» (https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/ , https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/) булдырылған. Бында уҡыу фәндәре буйынса Педагогик үлсәмдәр федераль институтының рәсми сайтынан материалдар ҡуйылған. Шулай уҡ бөтә уҡыу фәндәренән Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса Башҡортостан Республикаһы предмет комиссиялары эксперттарының онлайн-консультацияларына һылтанмалар ҙа бар.
Читайте нас: