+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 14:55

Ҡышҡы смена һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Дуҫтар, "Avrora Future People - 2021" күп йүнәлешле дистанцион сменаһы тик һәйбәт билдәләргә генә уҡырға ярҙам итәсәк. Ул 23 ноябрҙән 12 декабргә тиклем үтәсәк.

Бында V–XI синыфтарҙан бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Ҡышҡы смена онлайн рәүештә ошондай йүнәлештәр буйынса ойошторола:
– интеллектуаль йүнәлеш: математика, физика, 3D –моделләштереү, инглиз, немец, урыҫ телдәре, урыҫ әҙәбиәте;
– спорт йүнәлеше: грек-рим көрәше, еңел атлетика, бокс, тхэквондо, бадминтон, физкультура;
– музыка йүнәлеше: тынлы, ағас һәм һуҡма ҡоралдар; халыҡ ҡоралдары, халыҡ фольклоры;
– һынлы сәнғәт йүнәлеше: һынлы сәнғәт, һүрәт, скульптура, композиция һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте.
Һәр бер ҡатнашыусы өсөн «Маҡсатҡа ирешеү юлдары» үҫтереүсе курстарына бонус бирелә.
Дуҫтар, үҙегеҙгә оҡшаған йүнәлеште һайлап, «Аврора» менән бергә уҡый алаһығыҙ. Һеҙҙе көсөргәнешле дәрестәр¸иң яҡшы уҡытыусылар, файҙалы видеодәрестәр һәм кире бәйләнеш, әлбиттә, иң әүҙем ҡатнашыусылар өсөн отоштар көтә. Бик ҡыҙыҡһынһағыҙ, ошо һылтанма буйынса https://avroracenter.com/distancionnaya-mnogoprofilna инеп, 25 ноябргә тиклем теркәлә алаһығыҙ.
Читайте нас: