+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 10:39

Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө менән!

Дуҫтар, бөгөн ниндәй көн, тиһегеҙме? Баҡһаң, 19 ноябрҙә Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө билдәләнә икән.

Тәүге тапҡыр был байрамды 1999 йылда утрауҙағы Тринидад һәм Тобаго халҡы билдәләй башлай. Унан Кариб бассейны, Австралия, Көньяҡ Америка, Азия, Европа һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһында хупланыу таба. Әлеге ваҡытта был көн донъялағы 60-тан ашыу илдә байрам ителә.
Ошоға оҡшаш байрамды булдырыу идеяһы 1960 йылда тәҡдим ителә башлай. Тик 30 йыл буйына һүҙҙә генә ҡала. Ә 1990 йылдың башында Миссури-Канзас ҡалаһындағы университетта үҙәк менән идара итеүсе профессор Томас Оастер башланғысы менән АҠШ-та ҙур булмаған саралар үткәрелә.
Әлеге Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөнә Вест-Индия университетынан доктор Джероме Тилуксингх нигеҙ һала. Ул ғаиләлә һәм йәмғиәттә ир-егеттәрҙең ыңғай ролен белдергән,баһалаған байрам булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Был көндө үткәреү көнө итеп атаһының тыуған көнө — 19 ноябрҙе һайлай. Ни өсөнмө? Уның һүҙҙәренсә, атаһы күптәргә өлгө булырлыҡ кеше була.
Читайте нас: