+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 22:01

Конференция тыуған яҡты өйрәнеүгә арналды

Төньяҡ-көнбайыш райондарының тыуған яғын өйрәнеүгә бағышланған фәнни-ғәмәли конференцияны республикабыҙҙың милли музейы Дүртөйлө районы хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Ул онлайн рәүештә zoom аша үтте.

Әлеге сараны асып, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов сәләмләне. Конференцияла Дүртөйлө, Краснокама, Борай, Тәтешле, Яңауыл, Балтас, Кушнаренко, Ҡалтасы, Илеш, Саҡмағош райондарынан, Бөрө ҡалаһынан тыуған яҡты өйрәнеүселәр әүҙем ҡатнашты. Улар сығыштарында райондарының барлыҡҡа килеү тарихы, күренекле яҡташтары тураһында һөйләне, тыуған яҡты өйрәнеү, шәжәрә төҙөү һәм тикшереү тәжрибәләре менән дә бүлеште. Мәҫәлән, Илеш районынан Фидан Мәрүәров "Ҡырғыҙ" ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен 1993 йылда өйрәнә башлаған. Бында 24 быуын, 2 мең 500 исем ингән.
Читайте нас: