+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 16:27

Ҡоштарға арналған ижади конкурс һеҙҙе көтә!

Дуҫтар, «Ҡанатлы йәйғор» республика әкиәттәр конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Уны Рәсәй ҡоштарын һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе, республика балалар экология-биология үҙәге ойоштора.

Бында көсөн һынарға Башҡортостанда йәшәгән 6-нан 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр саҡырыла. Бәйге түбәндәге номинациялар буйынса уҙа:
– «Ҡош тураһында әкиәт» (прозаларҙа: әкиәт, хикәйә, эссе);
– «Ҡош тураһында әкиәт» (шиғри әҫәрҙәрҙә: мәҫәл, шиғыр, поэма);
– «Ҡанатлы дуҫыма хат» (иншала һайлаған ҡош тураһында белемеңде күрһәтергә кәрәк: йәшәү урыны, туҡланыуы, йәшәү рәүеше...);
– «Йыл ҡошо тураһында әкиәт – 2020» – торна тураһында проза;
– «Йыл ҡошо тураһында әкиәт – 2020» – торна тураһында шиғыр.
Ижади эштәр 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға була http://птицы-башкирии.рф/site/Konkurs-Pernataya-raduga.
Читайте нас: