+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 16:22

Салауат һәйкәлен төҙөкләндереүгә ябасаҡтар

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле - бөтәбеҙҙең дә иң яратҡан урыны, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙы ла унда алып барырға тырышабыҙ.

Милли геройыбыҙға мөһабәт һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә Ағиҙелдең бейек ярында урынлаштырыла. Хәҙер 40 тонналыҡ монумент төҙөкләндереүгә мохтаж. Өфө ҡалаһы мэрияһы белдереүенсә, һәйкәлде реконструкциялау һәм капиталь төҙөкләндереү буйынса проект ошо йылдың аҙағына әҙер буласаҡ.
Фото: ufa-gid.com
Читайте нас: