+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 19:50

“Батырлыҡ өсөн” миҙалы Себергә юлланды

Был хәл Нуриман районының Павловка ҡасабаһы янындағы Ҡыҙыл ҡая башында була. Август айы. Нефтеюганскиҙан килгән 27 йәшлек Светлана Меняева балалары һәм туғандары менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә бара. Ҡая башына менгәс, ҡапыл түбәнгә ҡолаған баланы күреп ҡала. Ҡыйыу ҡатын үҙенең өс балаһын ҡая башында туғандары менән ҡалдырып, тиҙ генә түбәнгә, теге бала янына ашыға.

Баланың йәрәхәтләнгән аяғын футболка менән урап, ҡайыш менән таяҡ бәйләй. Уның кроссовкаһын сисә лә бауын ала. Артабан табанын таҫтамал менән урап, аяҡ кейеме бауы менән бәйләп ҡуя. Шунан тиҙ генә туғандарына ашығыс ярҙам хеҙмәтен һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға ҡуша.
Ҡыйыу һәм дөрөҫ ярҙам күрһәткән йәш әсә һөнәре буйынса – тырнаҡ оҫтаһы. Башҡортостан етәкселеге ошондай осраҡта юғалып ҡалмаған Светлана Меняеваны “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләгән.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: