Әйткәндәй, төп һалым инспекцияһы 1990 йылдың 21 ноябрендә булдырылған. Был ваҡыттан 30 йыл үткән, ведомство эшендә күп үҙгәрештәр булған. Ул үҙ аллы ведомство ғына түгел, Хөкүмәт рәйесе көсө менән юғары технологиялы ойошмаға әйләнгән, бик күп хәҙерге заман инструменттары, сервистары индерелгән.
Даниил Егоров әйтеүенсә, үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр ҙә күбәйгән. Көнөнә теркәлеүселәр һаны 5 меңгә етә.
— Был бик тә һәйбәт, сөнки дәүләт ниндәйҙер мәсьәләләр һәм маҡсаттарҙы иғлан итеп, ғәмәлгә ашыра. Әлбиттә, граждандарҙың һәр ваҡытта дәүләткә ризаһыҙлыҡтары күп. Әммә дәүләт ҡуйған маҡсаттар һәм вәғәҙәләрҙе үтәй икән, был осраҡта иҡтисад секторында бик ыңғай динамика бирә, — тип белдерҙе Владимир Путин.