+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 00:05

Информатиканан БДИ компьютерҙа үтәсәк

Информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологияны һайлаусы сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн яңылыҡ! 2021 йылдан улар Берҙәм дәүләт имтиханын компьютерҙа тапшырасаҡ.

Быға тиклем ун беренселәр информатиканан имтихан эшен ҡағыҙ бланктарҙа башҡара ине. Әлеге фән буйынса уҡыу күнекмәләрен тикшереүҙе яҡшыртыу һәм йәмәғәтселек-һөнәри берләшмә һорауы буйынса һынау компьютер рәүешенә күсерергә хәл ителде.
Бөгөн республикабыҙҙа күнекмә имтихан үткәреп ҡаралды. Ул 65 һынау тапшырыу пунктында 1 мең 260 сығарылыш синыф уҡыусыһы ҡатнашлығында ойошторолдо.
Алдағы йылда әлеге һынауҙы үткәрер алдынан мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тағы ла бөтә пункттарҙың техник әҙерлеген тикшереүҙе планлаштыра. Имтиханға йәлеп ителгән барлыҡ белгестәр ҙә уҡыу үтәсәк.
Читайте нас: