+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 09:10

Яңы майҙансыҡ ГТО нормативтарына әҙерләнергә ярҙам итәсәк

Бишбүләк районында "Демография" милли проектының "Спорт — йәшәү рәүеше" федераль проекты буйынса күп функциялы спорт майҙансығы ҡуйыла.

Яңы спорт ҡоролмаһы ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн әҙерләнергә бик ҡулай буласаҡ. Әлеге майҙансыҡ А. Ф. Әхмәтов исемендәге мәҙәниәт, спорт һәм ял итеү паркына

ноябрь аҙағына тиклем ҡуйылып бөтәсәк. Ул йүгереү юлдары һәм футбол яланы буласаҡ урынға урынлаштырылған. Яңы спорт майҙансығы- асыҡ һауалағы тренажёр комплекс ул. Район халҡы һәм ҡунаҡтар үҙҙәрен сыныҡтырып ҡына ҡалмай, ГТО нормативтарын тапшырырға ла әҙерләнә ала.


Читайте нас: