+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 23:24

Грант еңеүселәре алдағы йылда билдәле буласаҡ

Быйыл 30 октябрҙән 18 ноябргә тиклем республикабыҙҙың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы Гранты конкурсына 205 ғариза ҡабул ителгән. Үткән йыл менән сағыштырғанда, был һан 41 процентҡа күберәк.

Ғариза биргән проекттарҙа Башҡортостан республикаһы биләмәһендә йәшәүсе 13 төрлө милләт – башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт, украин, белорус, йәһүд, сыуаш, мордва, ҡаҙаҡ, немец, латыш күрһәтелгән. Конкурсҡа 102 проект – муниципаль ҡаҙна учреждениеларынан, 76-һы – коммерция булмаған ойошмаларҙан, 21-е дәүләт ҡаҙна учреждениеларынан килгән. Ә 6 ғариза –автономлы учреждениеларҙан, конкурс шарттарына ярашлы, улар ҡатнашыусы була алмай. Иң күп ғариза Өфө (88), Сибай(26), Стәрлетамаҡ ҡалаларынан(9) һәм Ишембай (5), Көйөргәҙе (4), Краснокама райондарынан (4) ебәрелгән. Башҡортостан ойошмаларынан тыш, бында Рәсәй төбәктәренән – Пермь крайы, Мәскәү, Ҡазан, Һамар ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ғаризалар ҡабул ителгән.
Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люциә Юлыева әйтеүенсә, әлеге ваҡытта бөтә кәрәкле документтарҙың теүәллеге тикшерелә, грант конкурсы еңеүселәре алдағы йылдың ғинуарында иғлан ителәсәк.
Читайте нас: