+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 09:38

Уҡытыусылар өсөн вебинар

Уҡытыусылар «Интерактив онлайн-таҡта» вебинарында ҡатнашырға саҡырыла. Был турала мәғарифты үҫтереү институтының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә хәбәр ителә.

Әлеге оҫталыҡ дәресендә улар онлайн-таҡта сервисы менән танышасаҡ, уҡыусылар менән бергә нисек итеп онлайн-таҡта булдырырға һәм уны синхрон онлайн-уҡыуҙа ҡулланырға өйрәнәсәк. Сервис аккаунтһыҙ һәм электрон почтаһыҙ эшләргә, смартфон йәки планшет ҡулланырға, видеошылтыратыуҙы тоташтырырға, һәр бер уҡыусыға айырым таҡта булдырып, шунда уҡыусының эшен күҙәтеп барырға ла мөмкинлек бирә.
Вебинар 23 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә zoom аша үтәсәк. Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн, ғариза тултырырға кәрәк. Урындар сикле. Түбәндәге һылтанма буйынса ғариза тултырырға була:
https://forms.yandex.ru/u/5fb5f380dfd14c0aefa775d3/.
Читайте нас: