Быйыл ул «Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенә беҙҙең иғтибарға, йылы һүҙебеҙгә һәм күңел йылыбыҙға мохтаж булған өләсәйҙәр һәм олатайҙарҙы хәстәрләргә ярҙам итәйек» тигән девиз аҫтында үтә. Проекттың маҡсаты: балаларҙың шәфҡәтлелек хәрәкәтен тергеҙеү. Бында изге эштәр башҡарған, яҡындарына, мохтаждарға ярҙам иткән 3-тән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.